Муниципаль мәктәпкәсә белем биреү бюджет учреждениеһы “Бала үҫтереү үҙәге - “Ҡурай” балалар баҡсаһы”
МӘКТӘПКӘСӘ ЙӘШТӘГЕ БАЛАЛАРҘЫҢ БӘЙЛӘНЕШЛЕ ТЕЛМӘРЕН ҮҪТЕРЕҮҘӘ СТОРИТЕЛЛИНГ ТЕХНОЛОГИЯҺЫ
Әҙерләне: тәрбиәсе Азаматова Н.А.
ноябрь 2023 йыл
Мастер класс маҡсаты: балаларҙың телмәрен үҫтереүҙә сторителлинг технологияһын ҡулланыу буйынса педагогтарҙың профессиональ компетентлығын күтәреү
Бурыстар :
«Сторителлинг» технологияһы менән таныштырыу;; «Сторителлинг» технологяһын буйынса практик күнекмәләр формалаштырыу; Телмәр үҫтереү буйынса заманса технологялар менән ҡыҙыҡһыныу уятыу, уны практик эштә ҡулланырға теләк булдырыу.
Актуаллелек
Балаларҙың үҙ тиҫтерҙәре һәм өлкәндәр менән аралашыу кимәле түбән. Хәҙерге заман балаларының күҙ алдына килтереү,хыял итеү процестары үҫешеп етмәгән. Улар төрлө һүрәттәр буйынса хикәйәләр төҙөүҙә ауырлыҡ кисерәләр, ҡыйынлыҡ менән үҙ фекерҙәрен әйтәләр.
Нимә ул сторителлинг?
“ Сторителлинг” инглиз теленән тәржемә иткәндә “ваҡиғалар һөйләү” тигәнде аңлата. Уны ҙур корпорация етәксеһе Дэвид Армстронг, уйлап тапҡан. Сөнки был технология иң тәүҙә менеджмент, маркетинг өлкәһендә киң ҡулланылған.
Сторителлинг технологияһы нигеҙендә «Story cubes» , “Ваҡиғалар кубиктары” тигән уйын барлыҡҡа килгән .
Сторителлинг технологияһының маҡсаты
Балаларҙың телмәрен байытыу, төрлө хикәйәләр төҙөргә һәм һөйләргә өйрәтеү.
Бурыстары
1.Балаларҙың актив һәм пассив һүҙлеген байытыу
2.Телмәрҙе грамматик яҡтан дөрөҫ төҙөргә өйрәтеү
3. Мәктәпкәсә йәштәге балаларҙың коммуникатив
күнекмәләрен үҫтереү
Сторителлинг технологияһын ҡулланып эш итеү өсөн нимәләр кәрәк?
5*5*5см 9 кубик кәрәк буласаҡ, улар 4*4 см ҙа булыуы мөмкин Төрлө предметлы йәки сюжетлы һүрәттәр Елем Һүрәттәр кубиктарға йәбештерел ә
Уйын ҡағиҙәләре
Иң тәүҙә тәрбиәсе үҙе кубиктар ҡулланып ниндәй ҙә булһа әкиәт йәки хикәйә уйлап сығарып һөйләй.
1.Бының өсөн ул бер кубикты ташлай. Кубиктың ниндәй һүрәте өҫкә ҡарап төшә, шул һүрәткә ярашлы һөйләм төҙөй.
2.Шунан икенсе кубикты ташлай, ниндәй яғы менән өҫкә төшә, шуға ярашлы һөйләүен дауам итә.
3. Шул рәүешле хикәйә уйлап сығарып һөйләй.
4. Һуңынан балаларға сиратлап кубик ташларға һәм һөйләм төҙөргә тәҡдим итә. Һөйләмдәр үҙ – ара бәйләнешле булырға тейеш.
Фото детей
Уртансылар төрркөмөндә
Ваҡиғалар ҡыҫҡа булырға тейеш
Ваҡиғаны сиратлап һөйләргә тәҡдим итәм:
Беренсе кубикты бала ташлай, икенсеһен – мин. Шул рәүешле ваҡиғаға йүнәлеш бирелә. Бөтәһе 3 кубик ҡулланыла.
Фото детей
Уйын тематикаһы
Бер категорияға ярашлы һүрәттәр. Мәҫәлән, кейем- һалым, хайуандар, һауыт һаба, үҫемелектәр, йәшелсә, емеш – еләк һ.б. Төрлө категориялы һүрәттәр. Мәҫәлән, һөнәрҙәр+ транспорт, йыл миҙгелдәре+ кейем һалым һ.б.
Уйын структураһы
1.Инеш һүҙ
Бер ваҡыт…..
Күп йылдар элек….
Борон – борон заманда….
Йәшәгән ти…..
Был хәл бер ҡалала (ауылда) булған һ.б.
Һөйләүсе, “әкиәтсе” ваҡиғаның төп геройын һүрәтлә башлай. Ул уның ҡайҙа йәшәгәне, нимә эшләгәне тураһында бәйән итә.
Уйын структураһы
2.Ваҡиғаның төп өлөшө :
Герой менән нимә булды? Кемгә тап булды йәки нимә тапты? Бының менән ул нимә эшләргә теләй ? 3. Йомғаҡлау :
Килеп сыҡҡан проблема хәл ителә. Ҡыҫҡаса ваҡиғаға һығымта яһала
Уртансылар төркөмө балалары менән эштән видеоөҙөк
Педагогтар менән практик эштәр
1.Уйын “Кубиктағы шиғырҙар”
Ҡағиҙәһе: кубиктағы һүәртәрҙе танып. Һүрәтәкә
ярашлы шиғыр һөйләргә
2.“Хикәйә төҙөгөҙ”
Ҡағиҙәһе: кубиктар ярҙамында ниндәй ҙә булһа
хикәйә йәки әкиәт һөйләргә
3.“Предметты тасуирла”
Ҡағиҙәһе: Кубикты ташларға һәм өҫкә сыҡҡан һүрәте буйынса предметты тасуирлап һөйләргә
Ҡуян балаһы
Һығымта
Шулай итеп, сторителлинг бик мауыҡтырғыс технология.
1.Ул балаларҙың фантазияһын, бәйләнешле телмәрен үҫтереүгә булышлыҡ итә
2.Балаларҙың актив һүҙлек запасы байый, телмәрҙең грамматик төҙөлөшө үҙләштерелә
3. Төрлө хикәйләр уйлап сығарыу оялсан балаларҙы уйынға йәлеп итеү өсөн дә бик отошло
4. Уйынды индивидуаль рәүештә лә ҡуланырға мөмкин. Бала был ваҡытта үҙен ирекле тоторға һәм үҙ фекерен әйтергә өйрәнә. Баҙнатһыҙ балалар батырыраҡ була башлай
ИҒТИБАРЫҒЫҘ ӨСӨН ҘУР РӘХМӘТ